«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемгә нимә - беҙгә тәҙрә!



03.04.2019 Кемгә нимә - беҙгә тәҙрә!


Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар үҫтереү үҙәге тәрбиәсеһе Резеда МӨХӘМӘТШИНА хәбәр итә:


- Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында беҙҙең үҙәк тә ҡатнашырға булды.
Роза Әҙеһәм ҡыҙы Рәхимғолова етәкләгән учреждениела 19 тәрбиәсе, 13 кесе тәрбиәсе, ун белгес эшләй. Барлығы 13 төркөмдә 380 сабыйға мәктәпкәсә белем бирелә. 1984 йылда төҙөлгән учреждение бинаһы ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Быйыл уның 35 йәшлек юбилейы билдәләнә. Үҙәктә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Уңайлы мөхит” булдырылған, 2017 йылдан алып яңы уҡытыу-тәрбиә алымдарын тормошҡа ашырыу өсөн эксперименталь майҙансык эшләп килә. «Йондоҙло» балалар үҫтереү үҙәге коллективы йәш, әүҙем, эшләргә ынтылып тора.

Беҙҙең бина байтаҡ ҡына ремонт талап итә, шуларҙың береһе - тәҙрәләрҙе алмаштырыу. Шуға күрә лә урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Мәғлүм булыуынса, унда эләгеү өсөн тәүҙә байтаҡ ҡына эш башҡарыу, үҙеңде күрһәтеү талап ителә. Шул йәһәттән беҙҙең балалар үҫтереү үҙәгенең тәрбиәселәре, ата – әсәләр, балалар тырышлығы менән бик күп саралар уҙғарылды: шәфҡәтлелек йәрминкәләре, концерт, "түңәрәк өҫтәл" үтте. Балалар араһында «Минең хыялым» тип аталған һүрәттәр конкурсы ла иғлан ителде. Ә беҙҙең хыял – балалар баҡсаһы бинаһына яңы, сифатлы, заманға яраҡлы пластик тәҙрәләр ҡуйҙырыу.

Дуҫтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Ата–әсәләр, битараф булмаған ҡала халҡы, төрлө ойошма етәкселәре ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, «Цезарь» йәмғиәте етәксеһе Ринат Сабитовтың ярҙамы менән бер төркөмдөң тәҙрәләре тулыһынса алмаштырылды.

Беҙгә артабан да бергәләшеп, әүҙем, ҡулға ҡул тотоношоп эшләргә, урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһына үтеп, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын.

Һүрәттә: “Йондоҙсок" 2-се кескәйҙәр төркөмө





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға