«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров эскелек таратыусыларҙы үҙе контролләйәсәк



03.04.2019 Радий Хәбиров эскелек таратыусыларҙы үҙе контролләйәсәк

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә былай тип яҙҙы:

“Беҙ был әшәкелеккә ҡаршы күптән көрәшәбеҙ. Тик хоҡуҡ һаҡлаусылар үҙҙәренсә, муниципалитеттар – үҙҙәренсә, башҡа күп һанлы ойошмалар – айырым.

Ҡайһы бер муниципалитеттарҙың тәжрибәһен күреп, был көрәштә төп көс юҡлығын аңланым. Әгәр ҙә кешеләр үҙҙәре аңлап, бутлегерҙарға: “Етте!” тип әйтмәй икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.

Ахыры, кеше шундай саҡырыуҙы көткән. Әле бөтә республика буйынса үлем менән һатыу итеүселәрҙең адрестарын атап, ауылды уларҙан таҙартыуҙы талап иткән граждандар сходтары үтә...

Кем йыйын үткәргән һәм һатыусыларҙың адрестарын атаған, барыһына ла вәғәҙә бирәм – уларҙы властың ишетеү-ишетмәүен мин шәхсән контролдә тотасаҡмын”.

Райондар һәм ҡалаларҙа йыйылыштарҙы үткәреү графигы төҙөлгән. Сходтарҙа ҡаралған иң төп мәсьәлә – спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, урамдарҙы асфальтлау темаһы ла күтәрелә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға