03.04.2019 Бурысы арҡаһында машинаһын тартып алғандар
Өфөлә йәшәгән бер ир фатиры өсөн коммуналь хеҙмәттәргә оҙаҡ ваҡыт түләмәгән. Һөҙөмтәлә 100 мең һумлыҡ бурыс йыйылған.
Ошо көндәрҙә уның "Датсун" машинаһын суд приставтары тартып алған. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма ирҙе судҡа биргән булған, унда бурысты мәжбүри түләтеү буйынса ҡарар сығарылған.
Приставтар ирҙең мөлкәтен тикшергән, иҫәптәренән аҡсаһын сискән. Аҙаҡтан улар ирҙең ҡаланың ҡайһы урамдарынан хәрәкәт итеүен асыҡлап, ЮХХДИ ярҙамында машинаһына арест һалған.
Хәҙер ир ун көн эсендә бурысын ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә өлгөрмәһә, автомобилен аукционда һатасаҡтар һәм аҡсаһын менән комуналь хеҙмәттәр өсөн бурысты ҡаплаясаҡтар. Ҡалғанын машина эйәһенә бирәсәктәр.