«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Георгин



13.04.2019 Георгин

Бүлбеләрҙән үҫтергән георгин – йылылыҡ яратыусы үҫемлек. Улар тиреҫле тупраҡта яҡшы үҫә. Ултыртҡандан һуң 50 – 90 көн үткәс (сортына ҡарап), сәскә ата. Был сәскә күләгәле, һаҙлыҡлы урындарҙы яратмай.

Георгиндарҙы орлоҡтан үҫтерергә теләһәгеҙ, ҡапҡасы ябыулы үтә күренмәле пластик контейнерҙарға сәсергә кәрәк. Ҙурая башлаһа, икенсе һауытҡа күсереп ултырталар.

Бүлбеләрҙе баҙҙан апрель баштарында сығарып күҙләнергә ҡуялар. Бөрөләре күренгәс, бүлергә кәрәк. Ҡырҡылған урынға күмер онтағы һибергә һәм бер нисә көндән ағас онтағы, ҡом, тупраҡ һалынған һауытҡа ултыртып ҡуйырға ла мөмкин.

Тышҡа сығарып ултыртҡанда тупраҡтың 10 градусҡа тиклем йылыныуы шарт. Ултыртыр алдынан бер аҙ марганцовка иретмәһендә тотоп алыу сәскәне күп ауырыуҙан һаҡлар. Бейек булып үҫә торған сорттарын 80 – 90 см аралығында ултыртыу шарт.

Был сәскә йыш һыу һибеүҙе талап итмәй, әммә бер һипкәндә мул ғына итеп һибергә, һуңынан төбөн күмергә кәрәк. Георгинды бер урынға өс йылдан да артыҡ ултыртырға ярамай. Астра үҫкән урында сәскәгеҙ төрлө бәшмәк ауырыуҙарына бирешәсәк. Сәскә атҡан ваҡытында суперфосфат һәм калийлы ашламалар менән туҡландырһағыҙ, ул ҡуйы сәскәләре менән һөйөндөрөр. Үҫкән сағында ҡырауҙан һаҡлағыҙ.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға