«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарағаттан мул уңыш алырға теләһәгеҙ...



05.04.2019 Ҡарағаттан мул уңыш алырға теләһәгеҙ...

Телә – үҫемлектең һуты менән туҡланыусы бөжәк. Уның ғүмер циклы бик ҡыҫҡа. Йәй буйына бер теләнән тиҫтәләгән быуын үрсей. Яҙға юҡ итмәһәгеҙ, ҡарағатығыҙ уңыш бирмәйәсәк. Ҡырмыҫҡалар ҙа уны үрсетеүгә булышлыҡ итә. Ҡарағат төбөндә ояһы бар икән, эҫе һыу йәки уларға ҡаршы ҡулланылған препарат һибегеҙ.

Ҡыуаҡлыҡты беренсе эшкәртеүҙе бөрөләр асылғансы уҡ башлау шарт. Химик препараттар урынына тәмәке, һуған ҡабығы, аҡ әрем төнәтмәһен ҡулланырға мөмкин. 1 литр һыуҙа 100 грамм һуған ҡабығын бер тәүлек төнәткәс, бөрөләргә шул төнәтмәне һиптереп сығалар. Шулай уҡ көл һибергә була.

Әгәр ҙә телә ҡарағаттың япраҡтарын бөрөп алһа, аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр кер һабыны менән эшкәртегеҙ. Бөрөләнмәгән ҡарағаттарға эҫе һыу ҡойоу ҙа был бөжәктән арындыра.

Ҡанлы үлән (чистотел) да ҙур ярҙамсы. Һарымһаҡ төнәтмәһенән дә бөжәктәр ҡурҡа. Бары тик ваҡытында яҡшы тәрбиә күргән ағастар ғына мул уңыш бирә.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға