«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҫентеләрҙе пикировкалау



04.04.2019 Үҫентеләрҙе пикировкалау

Баҡсасылар өсөн ҙур эштәрҙең береһе – үҫентеләрҙе пикировкалау. Ябай ғына итеп әйткәндә, икенсе ҙур һауытҡа күсереп ултыртыу. Бигерәк тә был помидорҙар өсөн мөһим һанала. Тамырҙары ныҡ булып үҫәсәк. Үҫентеләр 3 - 4 япраҡ биргәс , пикировкалауға тотоналар. Күсереп ултыртҡанда ауырымаһын өсөн шыйыҡ ҡына марганцовка иретмәһе һибергә лә була.

Помидор үҫентеһе иртән һыу «эсә», 18 – 25 градус йылылыҡта яҡшы үҫә. Бүлмә температураһындағы һыуҙы ғына һибегеҙ. Томатҡа, ныҡ булып үҫһен өсөн, туҡлыҡлы матдәләр ҙә кәрәк.

Пикировкалауға бер аҙна үткәс, беренсе ашламаны индерергә кәрәк. Иң яҡшыһы – ҡош тиҙәге иретмәһе. Ашламаны күп ҡулланырға ярамай. Япраҡтары ялбырап үҫеп, сәскә атыу тураһында онотоуы ла ихтимал. Ҡайһы бер баҡсасылар тиреҫ ашламаһы ҡуллана. Әммә был ҡурҡыныс. Унда үҫемлек өсөн зарарлы паразиттар булыуы ихтимал. Аҫҡы япраҡтар һарғайып ҡойолһа, азот етмәй тигән һүҙ. Был осраҡта «Азофоска» препараты ярҙамға килер. Үрсетмәләр насар үҫһә, һыуҙы күп һипмәгеҙ, тимер препараттары менән туҡландырығыҙ. Һәр бер культураны үҫтереүҙең үҙ ҡағиҙәләре бар. Иртә, уртаса, һуң өлгөрә торғандарын ултыртығыҙ. Көндәр насар торһа, теге йәки был сорттың уңыш бирмәүе лә ихтимал. Шуға күрә береһенә генә ышанырға ярамай.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға