«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Апрелдә баҡса эштәре



03.04.2019 Апрелдә баҡса эштәре

Апрель – баҡсасылар өсөн иң яуаплы ай. Иң мөһиме – баҡсалағы ҡар һыуҙары йыйылып торған урындарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк йырып ебәрергә кәрәк. Артыҡ дым ҡурай еләге, баҡса еләге, клематис өсөн ҡурҡыныс.

Ай башында баҡса еләге, роза, клематис, лилиәләр өҫтөнән көҙҙән ҡаплаған япманы алыу мөһим. Сөнки унда, йылы булғанлыҡтан, үҫемлек тиҙ генә уянып үҫә башлай, һыуыҡ булғанда өшөй.

Ай урталарында картуфты шыттырырға баҙҙан сығарабыҙ. Емеш-еләк ҡыуаҡтарын ҡырҡып, формалаштырырға кәрәк. Ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағаттың ботаҡтарын ҡырҡмайҙар. Ҡороған ботаҡтарын ғына алалар. Сейә менән сливаныҡын ҡырҡыр алдынан ҡышты нисек сығыуын асыҡлағыҙ.

Баҡса еләген иртәрәк өлгөртөү өсөн түтәлгә дуға ҡуйып, пленка менән ҡаплағыҙ. Яҙғы ҡырауҙар булғанда, емеш ағастары сәскә атҡанда, үҫемлек ҡалдыҡтарын яндырығыҙ. Төтөн һыуыҡҡа бирешеүҙән һаҡлай.

Ҡар иреп бөтөп, тупраҡ йылыныу менән ҡырауҙан ҡурҡмай торған бер йыллыҡ сәскәләр – космея, тырнаҡ гөлө, бәрхәт гөлдәрен сәсергә мөмкин. Көслө ҡырау булып, ер өҫтөн туңдырғанда пленка менән ҡаплап тороғоҙ.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға