«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телевизор пультының 22-се төймәһенә баҫығыҙ



02.04.2019 Телевизор пультының 22-се төймәһенә баҫығыҙ

Беҙҙең илдә геүелдәшеп цифрлы телевидениеға күсеү бара. Дөрөҫөрәге, әҙерләнәбеҙ. Кем приставка ала, кем бушлай ҡуйыуҙы көтә, кем нишләй, тигәндәй. Йәйен күсергә уйлайбыҙ, нисек булыр? Беҙгә депутаттар ҙа ярҙамға килә.

РФ Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты телевизор пультындағы 22-се төймәне муниципаль телеканалдарға беркетеү тураһындағы закон проектын тәүге уҡыуға сығарыуға хупланы.

Былтыр Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары “Правда и справедливость” медиафорумында цифрға күскәндә урындағы каналдар тураһында ла онотмаҫҡа тәҡдим иткәйне. Шулай барлыҡҡа килде пульттағы 22-се төймә инициативаһы. Ул булмаһа, цифрлы эфирҙа, мәҫәлән, үҙебеҙҙең республиканың каналын нисек табыр инек? Ниәт буйынса муниципаль каналдар пульт менән эҙләгәндә 100-сө позициянан да арыраҡ урынлашырға тейеш ине. 100-гә барып еткәнсе, нимә эҙләгәнде онотаһың, юлда берәй “текә” тапшырыуға ла юлығып, оҙаҡҡа тотҡарланыуың бар. Ә әлеге закон проекты ҡабул ителһә (быныһы шартлы инде), 22-се төймә һеҙҙе (беҙҙе) көтә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға