«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уйынсыҡтарға хаҡ артыуы ихтимал



02.04.2019 Уйынсыҡтарға хаҡ артыуы ихтимал


РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы компьютер уйындары, уйынсыҡтар һәм уйын ҡоролмаларына социаль, психологик, педагогик һәм санитар экспертиза үтеүгә ҡағылышлы закон проектын әҙерләгән. Был уйынсыҡтарҙың хаҡтарында ла сағылыш табасаҡ. Балалар өсөн тауарҙың хаҡы 20 процентҡа ҡиммәтләнеүе мөмкин.

Экспертиза үткәреү хаҡы - 5 меңдән 15 мең һумға тиклем. Иң күп сығымдар уларҙы үткәреү ваҡыттары менән бәйле. Складта һаҡланған осорҙа был әйберҙәр балалар өсөн актуаллеген юғалтыуы ла мөмкин. Уйынсыҡтар баҙарының 30 проценты яңы китаптар һәм йәнһүрәттәргә бәйле. Бөгөн популяр булған тауарҙың сауҙаға сығыуында һәм уңышлы һатылыуында үҙ ваҡытында һатып алыусыға тәҡдим ителеүе ҙур роль уйнай.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға