«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Биш көнлөкмө әллә алтымы?



02.04.2019 Биш көнлөкмө әллә алтымы?

“Шәмбе көн. Ял. Иртән рәхәтләнеп йоҡларға ине лә бит! Юҡ, булмай, баланы мәктәпкә оҙатыр кәрәк. Их, мәктәптә лә биш көнлөк булһа ине”, -- тип уйланмаған ата-әсә һирәктер. “Бирәм тигән ҡолона”, тигәндәй, бына биш көнлөк уҡыу системаһы беҙҙең районыбыҙға ла килеп етте. Улымды һөйөндөрөргә теләгәндәй: “Һин дә шәмбе ял итә башлайһың”, -- тинем. Шул саҡ уның күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән ҙурайып китте: “Һин нимә, әсәй, аңламайһыңмы? Үҙеңде генә уйлама”, -- тип шелтәләп тә ҡуйҙы.

Уйға ҡалдым. Ысынлап та, биш көнлөк уҡыу һәйбәт түгелме икән ни!?

Баймаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға был һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу өсөн мөрәжәғәт иттем.

-- Биш көнлөк уҡыу системаһы барлыҡ мәктәптәргә лә индерелдеме?

-- Районыбыҙҙа барлығы 3851 башланғыс класс уҡыусылары белем ала. Уларҙың 917-һе беренсе класта уҡый. Улар былай ҙа шәмбе көндәре ял итәләр ине. Ҡалған 2934-е – 2-4 класс уҡыусылары. Улар белем алған 62 мәктәп (барлыҡ филиалдар менән бергә) 1 апрелдән биш көнлөк уҡыуға күсте. Был ата-әсәләр теләге менән эшләнде.

-- Хәҙер дәрестәр нисек бүленәсәк?


-- СанПин нормаларына ярашлы бүленә. Әлбиттә, уҡыу программаһында үҙгәрештәр буласаҡ. Программаны биш көнлөк, тип кәметеп тә, алып ташлап та булмай. Беҙ уны дәрестән тыш үткәрелгән сәғәттәр менән тулыландырабыҙ. Ул – физкультура, тирә яҡ мөхитте өйрәнеү һәм әҙәби уҡыуҙар. Төштән һуң үткән дәрестәрҙең исеме лә үҙгәртеп алына. Мәҫәлән, физкультура -- “һаулыҡ дәресе”, ә әҙәби уҡыуҙар – “нәфис һүҙ” һ.б.

-- Проблемаларға килгәндә...


-- Проблемалары ла етерлек. Ҡалала күп кенә мәктәптәрҙә уҡыусылар һаны күплектән ике сменала уҡытыу ойошторлған. Икенсе сменала уҡыған баланы иртәнсәк саҡырырға тура килерме? Уныһын хәл итер кәрәк. Килеү менән тағы ла кабинеттар мәсьәләһе бар бит әле. Икенсе ауылға (ҡалаға) йөрөп уҡыған уҡыусылар ни эшләр? Мәктәптән алыҫ йәшәгәндәргә лә бик үк еңелгә тура килмәҫ.

-- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Шулай ҙа һәр проблеманан сығыр юл була, тиҙәр. Алдағы ике ай – тап ошо проблемаларҙы хәл итеү өсөн юлды күрһәтер, тип ышанайыҡ.





Автор: Э. Кейекҡужина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға