«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә



02.04.2019 Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Бөрйән районында тыуып үҫкән ир үҙенең күршеһен үлтереүҙә һәм енәйәт эҙен янғын менән йәшерергә маташыуҙа шикләнелә.

2011 йылдың апрелендә Ишембай районы полицияһына төҙөлөш вагоны яныуы тураһында хәбәр килә. Ут һүндерелгәс, вагонда ир кешенең мәйете табыла. Судмедэксперттар тикшереү үткәргәндән һуң, ирҙең үлемендә янғын түгел, ә бысаҡ яралары сәбәпсе булыуын асыҡлай.

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан вагонда тағы ла бер ирҙең йәшәүе билдәләнә. Әйткәндәй, ул ир янғын һүндереүҙә ҡатнашһа ла, үҙен бик сәйер тота, аҙаҡ шым ғына тая.

Полицейскийҙар Рәсәйҙең урындағы Тәфтиш бүлеге менән бергә ваҡиғаның төрлө версияларын тикшерә, һәм енәйәттә шикле ир федераль эҙләүгә иғлан ителеп, быйыл март айында ул Мәскәү өлкәһендә тотола.

Асыҡланыуынса, алкоголле эсемлектәр эскән ваҡытта бер вагонда йәшәүсе күршеләр араһында иреш сығып, береһе бысаҡҡа йәбешә. Һуңынан енәйәт эҙен йәшерергә тырышып, ул ут төртә лә, бер аҙҙан ҡаса.

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул һигеҙ йыл буйына хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре күҙенә салынмаҫ өсөн Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән. Шулай ҙа Химки ҡалаһында уны полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатып, хөкөм эшенән эҙ яҙлыҡтырып йөрөүен асыҡлағандар. Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға