«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ...Алда беҙҙе тағы биш һалым көтә



02.04.2019 ...Алда беҙҙе тағы биш һалым көтә

Рәсәйҙең Финанс министрлығы Һалым кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты әҙерләгән. Документ буйынса, кодексҡа яңы биш бүлек өҫтәлә. Әлбиттә, һалым һалыу хаҡында.

Теүәлерәк әйткәндә, яңы һалымдар шундайыраҡ буласаҡ: экологик һалым, утилләштереү, автомобиль юлдарынан файҙаланған өсөн, ҡунаҡхана йыйымдары һәм элемтә операторҙарынан һалым. Былар беҙгә күптән таныш. Тик бығаса һалым булмаған йыйымдар иҫәбендә инеләр. Әгәр ҙә закон ҡабул ителһә, бахы-ыыр кешеләргә, беҙгә, йәғни, тағы бер йөк була инде.

Әле Минфин ошо мәсьәлә буйынса фекерҙәр һәм тәҡдимдәр көтә.

Күптән бындай яңылыҡҡа һыуһап йөрөй инегеҙме? Күңелле булып киттеме?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға