«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Фәрештәләр һыйы" - сүмәләк!



01.04.2019 "Фәрештәләр һыйы" - сүмәләк!

Үзбәкстанда йылына бер генә тапҡыр— тап Наурыҙ мәлендә сүмәләк әҙерләйҙәр. Икенсе төрлө “Фәрештәләр һыйы” тип тә йөрөтәләр. Уның өсөн шыттырылған бойҙай, он, һыу һәм мамыҡ майы алына. Ике аҙна алдан бойҙайҙы шыттырырға ҡуйырға кәрәк. Сүмәләк бешереүҙә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Ә ирҙәргә утты тоҡандырыу, усаҡты ҡарау бурысы йөкмәтелә. Төнө буйы әҙерләнгән сүмәләк көймәһен өсөн төбөнә таштар һалына. Матур йырҙар, изге теләктәр, яҡшы кәйеф менән ҡаҙанды бер туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк. Йәш ҡыҙҙар үҙҙәренә яҡшы кейәү юрап әҙерлек барышында ҡайнатмаға грек сәтләүеген ташлай. 10 - 12 сәғәт ҡайнатҡандан һуң, уттан алалар һәм ҡаҙанды томалайҙар. Йоҡонан уяныу менән барыһы ла сүмәләк өҫтөндә барлыҡҡа килгән һүрәтте ҡарарға ашыға – уны “фәрештәләр һүрәте” тип атайҙар. Уға ҡарап киләсәк йылды юрайҙар. Туҡлыҡ, ырыҫлыҡ билдәһе булған бойҙайҙан әҙерләнгән сүмәләк – витаминдарға һәм микроэлементтарға бай файҙалы аҙыҡ. Кешеләр сүмәләкте мотлаҡ бер-береһе менән бүлешергә тейеш. Сөнки ул — изгелек символы, — тип һөйләй ирле-ҡатынлы Нимәтовтар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға