01.04.2019 Республика ауылдарында 638 ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырыла
Башҡортостанда 638 ғаиләгә «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» республика ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия бирелә. Уларҙың 473-ө — йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, район хакимиәттәрендә торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға социаль түләүҙәр биреү тураһында сертификаттар тапшырыу башланды. Программаның шарттары буйынса, субсидияның суммаһы ғаилә ағзаларының һанына бәйле.