«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡар, ямғыр, ел, боҙлауыҡ – барыһы ла бар



01.04.2019 Ҡар, ямғыр, ел, боҙлауыҡ – барыһы ла бар

Апрель башы беҙҙе үҙенсәлекле булыуы менән ҡыуандыра. Хәйер, ҡыуанырғамы, нишләргә үҙегеҙ ҡарағыҙ. Сөнки синоптиктар фаразлауынса, ошо көндәрҙә урыны менән рашҡы, көслө ел, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Бөгөн көн болотло. Елләп торһа ла, көндөҙ 8 градусҡаса йылытыр. Иртәгә ҡар ҙа, ямғыр ҙа яуыр. Температура 3 – 8 градус йылы. 3 апрелдә тәүге ике көн кеүегерәк. Тик бер аҙ һалҡынсараҡ.

Ҡыҫҡаһы, резинка итек, ҡулсатыр, плащ менән йөрөй торған көндәр буласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға