«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа "Урал аръяғы тауышы" тамамланды



31.03.2019 Сибайҙа "Урал аръяғы тауышы" тамамланды

Шулай итеп көсөргәнешле ярышта тамашасылар һөйөүен яулап, сағыу сығышына иң күп тауыш йыйған 15 йәшлек Елизавета Филиппова төп приз —50 мең һумға эйә булды. Киләсәктә һәләтле ҡыҙ театраль училищеға уҡырға инергә хыяллана.

Проект финалына сыҡҡан 5 дәғүәсене лә остаздары көслө тауышлы тип белдерә. Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһынан 17 йәшлек Нәйлә Күлбаева Бөтә Рәсәй йәш вокалистар конкурсында ошо көндәрҙә генә гран-при яулаған. Хәйбулланан тағы бер үҙенсәлекле тауышлы ханым Вера Горшенина йәштәр менән финалға сығыуына ифрат ҡыуанды.Уның тауышын күптәр Людмила Зыкинаныҡына оҡшатты.
Баймаҡтан ике конкурсант — Азамат Заманов һәм Лиза Овчинниковаларҙың да еңеүҙәре алда әле. 15 йәштә шулай сығыш яһай алғас, уларҙың ҙур сәхнә яулаясаҡтары көн кеүек асыҡ.
Остаздар--Светлана Үтәева, Флера Ғатина, Рәил Өмөтбаев, Сәйет Билаловтар беренсе проекттың уңышлы үтеүен билдәләп, уны ойоштороусы Сибай ҡала хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Хәҙер Сибай ҡалаһы "Ирәндек моңдары "башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк -ара конкурсы менән генә түгел " Урал аръяғы тауышы" тигән тағы бер яңы конкурс менән дан тота.





Автор: Х. Тапаҡов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға