«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кишер, кәбеҫтә, һуған – быларҙан баш тартырғамы ни әлегә?



30.03.2019 Кишер, кәбеҫтә, һуған – быларҙан баш тартырғамы ни әлегә?

Башҡортостандың статистика идаралығы республикала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә уртаса хаҡтарҙың үҙгәреше тураһында отчет төҙөгән. Мәғлүмәттәр бик ҡыҙыҡ.

Тикшереү күрһәтеүенсә, бер аҙна эсендә хаҡтар “бейегән”. 18 мартҡа ҡарата йылҡы ите ике тәңкәгә артһа (хәҙер уртаса хаҡы 317 һум булған), сусҡа, һарыҡ, тауыҡ иттәре шул уҡ икешәр һумға арзанайған.

Ҡайһы бер йәшелсәләрҙең хаҡы артҡан. Кишерҙеке уртаса ике һумға, кәбеҫтә хаҡы – дүрт, һуған – бер, помидор ике һумға ҡиммәтләнгән.
Ҡыяр менән алма бер аҙ арзанайған, моғайын, яңы уңыш арҡаһындалыр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға