«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәниә Фәрхиҙең йондоҙон урлағандар



30.03.2019 Хәниә Фәрхиҙең йондоҙон урлағандар

Хәниә Фәрхиҙең йондоҙон урлағандарҠазан ҡалаһының Бауман урамында билдәле кешеләргә арнап, кеше үткән урынға исем-шәрифле йондоҙ ҡуялар. Американың Голливудында ла шулай итәләр, унда Дан аллеяһы бар.

Ошо көндәрҙә күршеләрҙә үтә күңелһеҙ хәл булған. Танылған башҡорт һәм татар йырсыһы, ике йыл элек арабыҙҙан киткән Хәниә Фәрхиҙең йондоҙон урлағандар.

Бик алама күренеш. Сувенир тинеләр микән, иллә мәгәр конструкцияны шаҡарып, соҡоп алғандар.

Татар полицияһы уғрыларҙы эҙләй. Әгәп ҙә тотолһалар, уларҙы вандаллыҡта ғәйепләп, бик ҡаты язаға тарттырасаҡтар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға