29.03.2019 Тағы бер гәзиттең ҡағыҙ варианты юҡҡа сыға
Йәл, тағы бер гәзит баҫма вариантта сығыуын туҡтата. “Истоки” гәзитенең баш редакторы Айҙар Хөсәйенов был хаҡта Фейсбукта белдерҙе.
— 1 июлдән беҙҙең гәзит электрон вариантта ғына донъя күрәсәк. Уҡыусыларыбыҙ өсөн электрон версияға яҙылыу ойоштороп, уларға гәзитте pdf форматта тәҡдим итербеҙ, тип уйлайым, — тигән ул.