«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡосаҡлашһа, нимә булған?



29.03.2019 Ҡосаҡлашһа, нимә булған?

Кушнаренко районында уҡытыусы ир уҡыусыһына бәйләнеүҙә шикләнә. Уларҙың буш класс кабинетында "аралашыу манераһы" мәктәп камераһына эләккән.

Тәүҙә ир ҡыҙҙы аталарса ҡосаҡлаған кеүек була. Уның ҡулы оҙаҡ ваҡыт ҡыҙҙың билен ебәрмәй. Педагог уҡыусыны хатта өҫкә күтәреп өйрөлтөп ала.
Был осрашыу мәлендә осраҡлы рәүештә килеп ингән икенсе уҡыусы, оялышынан, йөҙөн ҡаплап сығып йүгерә.
Шуныһы сәйер, ҡыҙ бала был наҙлауҙы өйрәнелгән хәл кеүек ҡабул итә, һис тә ҡаршылашмай.

Был видео менән әлегә Тикшереү комитеты ҡыҙыҡһына. Рәсми органдарҙың яуабы тиҙҙән буласаҡ.
(Видеоны "Бәйләнештә" сайтының "Йәшлек" төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ https://vk.com/yeshlek_gazite?w=wall-35065816_35802)





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: GTRK. TV.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға