«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аутсорсерҙар сифатлы аҙыҡтан баш тарта



29.03.2019 Аутсорсерҙар сифатлы аҙыҡтан баш тарта

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәсәй Премьер – министры Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Улар илдәге социаль туҡланыуға ГОСТ индереүҙе һорай.


Был хаҡта Константин Толкачев яҙа:
— Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһындағы аҙыҡ-түлек сифаты беҙҙе борсой. Был проблема аутсорсинг шарттарына күсерелгәс, үтә киҫкен тора, — ти ул.

Депутаттар фекеренсә, социаль туҡланыуҙы тәьмин итеү өсөн аҙыҡ – түлек айырым законға ярашлы һатып алынырға тейеш. Социаль туҡланыуҙы ойошторған ойошмаларҙа аҙыҡ сифаты һәм хәүефһеҙлеге ҡаты контролдә булһын өсөн, Башҡортостан депутаттары федераль законда “социаль туҡланыу” тигән аңлатма индерергә тәҡдим итә. Тоҙҙоң йодланған булыуы, продукт сифатын яҡшыртыу өсөн микронутриенттар ҡулланыу, урындағы етештереүселәрҙең дәүләт стандарттарына яуап биргән продукцияһын һайлау тигән регламенттарҙан норматив база төҙөргә кәрәк.

Был мөрәжәғәткә Салауат районының Арҡауыл ауылында ата-әсәләрҙең аутсорсерға ялыуы сәбәп булған. Унда уҡыусыларҙың туҡланыуы насар ойошторолоуы хаҡында документҡа аҙыҡ-түлек блогының санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәүен һүрәтләгән фотолар ҙа өҫтәлгән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға