«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 51 йәштә тәүге тапҡыр әсә булған



29.03.2019 51 йәштә тәүге тапҡыр әсә булған


Ҡатын- ҡыҙҙың был донъяла тәғәйенләнеше – әсә булыуҙа.
Сәләмәтлегең борсомай икән, әсәй булырға бер ҡасан да һуң түгел. Былтыр республикала 48-51 йәшлек биш ҡатын тәүге тапҡыр әсәлек бәхетен татыған. Иллегә етеп килгән тағы биш ҡатын икенсе, өсөнсө балаларын тапҡан.

Ҙур ауырлыҡта донъяға килгән сабыйҙар ҙа бар. Өфө ҡалаһында 5,63 килолыҡ бала донъяға килгән. Стәрлелә буйы 67 см булған бәләкәс тыуған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға