«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Намыҫ кодексы”



30.03.2019 “Намыҫ кодексы”

Фото арҡаһында эшенән киткән педагог уҡытыусылар өсөн социаль селтәр ҡағиҙәләрен әҙерләй.
Барнаул ҡалаһынан Татьяна Кувшинникова коллегаларын интернетта үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтәсәк. Урындағы квалификацияны күтәреү институтында Татьяна өсөн “Уҡытыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙе хәүефһеҙ алып барыуы” тип аталған махсус программа булдырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 38 йәшлек педагог коллегаларының баҫым яһауына түҙмәй, эштән китергә мәжбүр булды. Сәбәбе: купальникта төшкән фотоны социаль селтәргә ҡуйыу. Баҡтиһәң, "морж" уҡытыусы Красноярскиҙа Универсиаданың старт алыу хөрмәтенә йөҙөүҙә ҡатнашҡан булған икән. Уҡытыусыны эштән бушатыу өсөн, бер әсәнең мәктәп хакимиәтенә ялыуы еткән. Ҡыуылыу тураһында хәбәр киң таралғас, Татьянаны яҡлап сығыусылар уны эшкә ҡайтарыуҙы талап иткән. Һәм педагог хеҙмәтендә кире тергеҙелгән. Тик уҡытыусы был мәктәптә артабан эшләүҙән баш тартҡан.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә #учителятожелюди тигән хэштег аҫтында уҡытыусыларҙың флешмобы бара. Сөнки теге йәки был ҡалала педагогтарҙың интернеттағы фото арҡаһында эштән бушатылыуы йышая. Кемдер — татуировка, икенселәр — пирсинг, өсөнсөләр ЛГБТ -ойошмалар яҡлы булғаны өсөн ата-әсәләр һәм активистар тарафынан баҫымға дусар ителә. Социаль селтәрҙәр ярҙамында һәр кемдең шәхси тормошо ус төбөндә кеүек. Уҡытыусылар ҙа шәхси тормошобоҙҙо интернетта яҡтыртыуға хоҡуғыбыҙ бар, тип иҫәпләй. Ә ата-әсәләр һәм активистар интернет менән шәхси тормош араһында алтын урталыҡты талап итә. Ҡыҫҡаһы, “Яҡшы уҡытыусы яҡшы кеше булырға тейешме?” тигән мәңгелек бәхәс дауам итә...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға