«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙен Динар Ғилметдинов тип таныштырған мутлашыусыны төрмәгә ултырттылар



29.03.2019 Үҙен Динар Ғилметдинов тип таныштырған мутлашыусыны төрмәгә ултырттылар

Сочиҙа йәшәгән ир республиканың ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов исеменән банкеттарға заказ биреп, ресторандарҙы алдаған һәм бер нисә телефон номерына аҡса күсереүҙәрен талап иткән. Шул рәүешле ул бөтәһе 80 мең һум самаһы аҡса йыйған.

Судта ул үҙ ғәйебен тулыһынса таныны, ләкин реаль сроктан ҡаса алманы. Мутлашыусы 3 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға