29.03.2019 Операция бүлмәһен - йыртыҡ төрсик менән...
Салауат ҡалаһының балалар табыу йорто тирәләй шау-шыу ҡыҙғандан-ҡыҙа. Интернетҡа медицина учреждениеһын таҙалау өсөн тәғәйенләнгән сепрәк-сапраҡтың фотоһы һалынған. Йыйыштырыусыларға операция бүлмәләрен йыуыу, генераль уборка яһау, яңы тыуған сабыйҙарҙың карауаттарын һөртөү өсөн кейелгән эске кейемдәр һәм йыртыҡ колготкиҙар кеүек алам-һалам ебәргәндәр.
Медицина учреждениеларын йыйыштырыу өсөн, ҡағиҙә буйынса, махсус сепрәк (ветошь) — тура мөйөшлө аҡ мамыҡ туҡыма ҡулланыла. Профсоюз хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, уборка өсөн йыртыҡ төрсөктәр ебәреп, етәкселек махсус материалдарҙы һатып алыуҙы экономиялаған.
Күптән түгел бала табыу йорто медиктары 6 апрель учреждениены яҡлап, ҡалала акция ойошторасағы хаҡында белдерҙе. “Әгәр ҙә 15 апрелгә тиклем хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәһә, күмәкләп эштән китәсәкбеҙ”, — ти улар.
Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров Салауат ҡалаһының бала табыу йорто кире республика милкенә әйләнә, тип вәғәҙә бирҙе. Хәлдәр яҡшырыр, медиктар тынысланыр, ә ҡатын-ҡыҙҙар, бер ниҙән хәүефләнмәйенсә, бала табырға барыр, тип өмөтләнәйек.
Карикатурасы Камил Буҙыҡаев, әлбиттә, был теманы иғтибарһыҙ ҡалдырманы.