«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыла



29.03.2019 Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыла

Баймаҡ районында торлаҡ йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу айырым контролгә алынған. Шул сәбәпле, хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү-күҙәтелмәүен тикшереү, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында даими рейдтар үтә.

- Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтеү маҡсатында, районда йыл әйләнәһенә “Торлаҡ” операцияһы иғлан ителә, - тине район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса сектор мөдире Йомабай Йәғәфәров. - Халыҡ башлыса һаҡлыҡ сараһын күҙәтергә тырыша. Ләкин беҙҙе борсоған хәл-ваҡиғалар ҙа осрай. Ҡайһы бер йорттар шундай ҙур хәүеф аҫтында. Бында бары тик кешеләрҙең вайымһыҙлығы сәбәпсе.

Йомабай Йәғәфәровтың борсолоуы аңлашыла. Емерелеп барған мейестәрҙе, уларҙың өҫтөнә киптерергә һалынған аяҡ һәм өҫ кейемдәрен, асыҡ электр сымдарын күреп, был йорттарҙа йәшәүселәрҙе Хоҙай Тәғәлә үҙе генә һаҡлап торалыр инде, тип ҡуя инек.

2016 йылдан алып махсус программаға ярашлы, йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыу айырым иғтибарҙа ора. Район буйынса бөгөнгә ул 4100-ҙән ашыу йортҡа ҡуйылған. Ҡоролма аҙ тәьмин ителгән күп балалы, социаль яҡтан хәүеф тыуҙырған һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып сабыйҙары тыуған ғаиләләргә бушлай таратыла. Бынан тыш муниципаль райондың ҡарарына ярашлы, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә лә бирелә.
Баймаҡ ҡалаһы буйынса 488 ғаиләгә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бирелгән. Шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсаларына ла ҡуйылған.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма һәр йортта, һәр бүлмәлә мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Төтөн сыҡҡан осраҡта уның көслө тауышы йоҡлап ятҡан һәр кемде уятыуға һәләтле. Тап шуның арҡаһында һуңғы ваҡытта күпме кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалыныуы хаҡында гәзит биттәрендә йыш
яҙабыҙ. Үҙенең, балаларының, яҡындарының һаулығын һәм ғүмерен ҡәҙерләгән һәр кем йортонда был һаҡланыу сараһын булырға тейеш.





Автор: Л. Такаева
Фото: vk.com
Источник: "Һаҡмар" гәзитенән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға