01.04.2019 «Атайсал»да – тыуған ерен данлаусылар
Кеше өсөн иң яҡыны кем йәки нимә? Әлбиттә, атай, әсәй, туғандар, яҡындар, ғаиләң, яратҡан йортоң, яратҡан эшең, һөйгән кешең, ғәзиз тыуған ер. Оло һәм кесе ватандарыбыҙ ҙа – ошо иҫәптә. Оло ватаныбыҙ тигәндә Рәсәйҙе, Башҡортостанды күҙ уңында тотһаҡ, кесеһе тип тыуған ауылыбыҙҙы атайбыҙ. Ҡалала тыуғандар иһә олатаһы нигеҙен атайсалы тип белә. Шуға күрә, барыһының да ике Ватаны була, тип әйтергә ерлек бар. Кемдер һанлай уны, кемдер – юҡ. Быныһы иһә – кешенең мәҙәни кимәленән, донъяға ҡарашынан. Һәр хәлдә тыуған төйәге, төпләнгән нигеҙе булғандар, далалағы ҡамғаҡтай, ел ыңғайына йөрөмәй.
Һүҙ алып барыласаҡ тапшырыуға килгәндә, “Атайсал” “Юлдаш” радиоһында һәр аҙна эфирға сыға. Райондар, ауылдарҙағы социаль-иҡтисади хәлдәр, ябай халыҡтың көнитмеше, милли, мәҙәни йәшәйеш, көнүҙәк проблемалар, уларҙы хәл итеү юлы һәм башҡа темалар күтәрелә унда. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тапшырыуҙарға ла урын бар “Атайсал”да. Мәҫәлән, “100 йыллыҡҡа – 100 объект” һәм башҡа республика кимәлендәге сараларҙан тыш, һәр район үҙенең 100 шәхесен дә атай ала. Юлым Йәрмәкәйгә төшкәндә райондың шәхестәргә бай, хеҙмәте менән үҙен генә түгел, төбәген, халҡын данлағандар күп булыуына хайран ҡалғайным...
Тырыш беҙҙең халыҡ. Иҡтисади көрсөк, эш юҡ, аҡса түләмәйҙәр, тип бәлә һалып ултырыусылар һирәк хәҙер. Һәр кем яйын таба, ғаиләһен туйҙырырлыҡ кәсебе бар. Архангелдә мал-тыуар, йылҡы үрсетеп табыш алалар. Иглинда ла малға күҙ бағып торалар. Хәйер, унда республика кимәлендә уңышлы ғына эшләп килгән инкубатор ҙа бар. Ауырғазы, Бүздәк, Белорет, Ғафури, Тәтешле, Нуриман тарафтарына барғанда ла кешеләрҙең тырышлығы, заманға яраҡлаша белеүе һәм, әлбиттә, барыһының да үҙ тыуған ерен яратыуы күренә. Атайсалына тоғро, ауылдың йәшәйеше, ауылдаштарын ғәмһеҙлектән уятыусы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүсе, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыусы, ауылында предприятие ойоштороп, кешеләрҙе эш менән тәьмин итеүсе – бына кемдәр “Атайсал”дың төп геройҙары. Һәр шишәмбелә көндөҙгө сәғәт 12-се 15 минутта, шаршамбыла киске сәғәт 8-се 15 минутта эфирҙа “Атайсал” тапшырыуы. Һеҙҙең атайсал, төбәк уңғандары тураһында бар республикаға бәйән итер хәбәрҙәр булһа, “Юлдаш”ҡа хәбәр итегеҙ.