«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауат ҡалаһының бала табыу йорто кире Башҡортостан милкенә әйләнә



29.03.2019 Салауат ҡалаһының бала табыу йорто кире Башҡортостан милкенә әйләнә

Яҡын арала ҡалала махсус комиссия эш башлай. Уның ағзалары, медицина учреждениеһының ихтыяждарын иҫәпкә алып, ремонт үткәреү һәм ҡорамалдар алыу мәсьәләһен ҡараясаҡ.

Башҡортостан Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, бының өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк.

– Халыҡ етерлек зыян күрҙе, шуға ла беҙ тиҙ арала Салауат бала табыу йортоноң бөтә проблемаһын хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.


БР Хөкүмәте “Генус” шәхси ком­панияһы менән әлеге медицина учреждениеһына ҡағылышлы концессия килешеүен өҙөргә ҡарар итте. Был компания бала табыу йортон рекон­струкциялауҙа ҡатнашырға тейеш ине. Хужа алмашыныу коллективта кире фекер тыуҙырҙы.
Әйткәндәй, әле интернетта бындағы табиптарҙың эш хаҡына бәйле хәбәрҙәр таралған.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға