«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йомортҡа ашау нимәһе менән хәүефле?



30.03.2019 Йомортҡа ашау нимәһе менән хәүефле?

Күберәк йомортҡа ашаған һайын йөрәк ауырыуҙарына дусар булыу һәм иртә үлеү хәүефе арта, ти Америка ғалимдары.

Бындай ашамлыҡта холестерин бар, уның файҙаһы һәм зыяны тураһындағы бәхәстәр күптән бара. Көнөнә бер йомортҡа ашауҙың икенсе тип диабет үҫешенә тотҡарлыҡ яһауы билдәле. Ләкин АҠШ белгестәре 17 йыл дауамында 30 мең ирекмәндең аҙыҡ рационын һәм һаулығын тикшереп, зыяны күберәк, тигән фекергә килгән. Көнөнә ике йомортҡанан күберәк ашағанда, йөрәктең ишемия ауырыуы, инфаркт, инсульт хәүефе –17, иртә үлем осрағы 18 процентҡа арта.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға