28.03.2019 Фатирын сүплеккә әйләндергән
Туймазы ҡалаһының Йәштәр биҫтәһендә йәшәгән бер ҡатын фатирын ысын мәғәнәһендә сүплек иткән. Урамда ятҡан йәшник, сүп-сар контейнеры янындағы таҡталар - барыһын да ташыған.
Ҡатындың Плюшкин синдромлы икәнен бер кемдә белмәҫ ине, тик күршеләренә тынғы юҡ шул. Ошо көндәрҙә уның аша аҫта йәшәүселәрҙе һыу баҫҡан. Килеп тикшергәс, өй тулы сүп-сар икәнен асыҡлағандар. Батарея аҫтында ике үлгән бесәй тапҡандар.
Әле күрше-тирәлә йәшәүселәр ҡатындың фатирынан тараҡандар беҙгә күсер тип хафалана.