28.03.2019 Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәксе алмаштыра
Ошо минуттарҙа комиссияның Хәйҙәр Вәлиев етәкселегендәге һуңғы ултырышы башланып тора. Хәйҙәр Арыҫлан улы БР Үҙәк һайлау комиссияһын 2011 йылдан алып етәкләне. Әле китергә ҡарар иткән.
Дөрөҫөн әйткәндә, Вәлиев яңы мөҙҙәткә 2017 йылдың йәйендә ҡабаттан һайланғайны. Уның ваҡыты 2021 йылда ғына тулырға тейеш ине. Вазифаны иртә бушатыуҙың сәбәбе нимәлә икән?
Китеүе тураһында хәбәр былтыр октябрь аҙағында уҡ таралғайны. Хушлашыу процесы оҙаҡҡа һуҙылды шикелле. Уның урынына бер нисә кандидат исеме телгә алынды.
Хәйҙәр Вәлиевтың отставкаһын республика етәксеһе ҡабул итергә тейеш. Радий Хәбиров үҙ кандидатураһын күрһәтә. Аҙаҡ, федераль үҙәк хуплап, яңы рәйес тәғәйенләй.
Сама менән бер айҙан беҙҙең тауыш биреүҙе ТӨП ойоштороусы һәм күҙәтеүсе билдәле буласаҡ.