«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаң баҡсаға йөрөмәйме? Силсәүиткә хәбәр ит!



28.03.2019 Балаң баҡсаға йөрөмәйме? Силсәүиткә хәбәр ит!

РФ Мәғариф министрлығы мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу тәртибе тураһындағы документҡа үҙгәреш индерҙе. 6 апрелдән алып, яңы ҡағиҙә буйынса, балаһын баҡсаға йөрөтөргә теләмәгән ата-әсә был хаҡта урындағы үҙидаралыҡ органына хәбәр итергә тейеш.


Шулай уҡ яңы тәртип буйынса, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында:
1) балалар баҡсаһының программаһына ярашлы, ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең ғаризаһы буйынса балаға туған телдә (Рәсәй халыҡтары телдәре һанынан) белем биреү;
2) балалар баҡсаһының программаһына һәм локаль акттарға ярашлы сит телдә белем биреү мөмкинлектәре бар.

Бынан тыш, инвалид балаларға белем биреүҙе ойоштороуҙа реалибитациялау ғына түгел, ә абилитациялау (дауалау) ҙа тейешле. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға мәктәпкәсә учреждениела шарттар булдырыуҙы психологик-медик-педагогик комиссия билдәләйәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға