28.03.2019 Ер аҫтынан – туп-тура Ағиҙелгә
Өфөлә нисә ер аҫты үткәүеле (подземный переход) бар, беләһегеҙме? Белгәнегеҙгә тағы ла икәүҙе өҫтәгеҙ.
Тиҙҙән Дуҫлыҡ Монументы янында бер ниндәй ҙә “тығын” булмаясаҡ. Унда юл аша ер аҫтынан сығырға мөмкинлек тыуа. Хәйер, бер “подземка” бар икән дә баһа унда! Бынан күп йыл элек төҙөлгән дә, нимәһелер ярамағанмы, эшләп бөтөрмәгәндәрме, ташландыҡ тора.
Шуны яңыртасаҡтар һәм туҡталыш янына өр-яңынан һаласаҡтар. Төҙөлөш барышында юлды яртышар-яртышар итеп ябып тороу күҙаллана. Эш бөткәс, светофор алына.
Проектлаусылар белдереүенсә, ер аҫты үткәүелдәренән тура Ағиҙел ярына барып сығырға мөмкин буласаҡ.
Әйткәндәй, Монумент эргәһенә тоннель төҙөү хаҡында Ирек Ялалов белдергәйне. Онотмағанһығыҙҙыр – беҙҙең, йәғни өфөләрҙең, шундай мэры булды бит.