«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самолетта һуғышҡандар



27.03.2019 Самолетта һуғышҡандар

Беҙҙең халыҡ кәйефләнмәйенсә юл йөрөргә яратмай , ахыры. Ялға юлланғанда мотлаҡ «ҡырын тейәп алған», сит ил курорттарынан ҡайтҡанда бахмурҙан сирләгән кешене осратаһың.

Бөгөн Өфөнән Гоаға осасаҡ самолетта һуғышҡан иҫерек ир менән ҡатынды тынысландыра алмағандар. Һауа судноһы тәүҙә Мәскәүгә, һуңынан Һиндостанға осорға тейеш булған. Оҙон сәфәргә юлланған экипажға осош ваҡытын бер сәғәткә кисектереп, транспорт полицияһын саҡырмайынса сара ҡалмаған.

Асыҡлауҙарынса, йәш пар – 1993 йылғы ҡатын менән 1989 йылғы ир булған. Уларға административ протокол төҙөлгән. Тәртип боҙоусыларға штраф янай һәм 15 тәүлеккә ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға