«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Зәңгәр”ҙәргә 50 процент ташлама?



27.03.2019 “Зәңгәр”ҙәргә 50 процент ташлама?

Пензанан бер эшҡыуар реклама буйынса өр-яңы “кимәл”гә сыҡҡан. Билмән етештереүсе традицион булмаған ориентациялы кешеләргә продукцияһын ярты хаҡҡа вәғәҙә итә.

“Ни өсөн гей һәм лесбиянкаларға ташлама?” — тигән һорау менән ябырылғас: “Беҙ клиенттарыбыҙға европаса мөнәсәбәттә ҡарайбыҙ. Беҙҙең ойошма толерантлыҡ яғынан прогресс яһай”, —тип яуаплаған хужа.

Ә ташламаны магазинға партнерың менән килгән осраҡта алырға мөмкин икән.

Рәсәй халҡы менталитетынан сығып, был билмәндәрҙе бер кем дә һатып алмаясаҡ, тигән фекер йөрөтөргә була. Лутсы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәки пенсионерҙарға ташлама вәғәҙә итһәләрсе...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға