«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы балкон, тағы...



27.03.2019 Тағы балкон, тағы...

“Теге” ваҡиғанан һуң балконға ҡарап ҡына йөрөйөм, тине берәү. Интернет яңылыҡтарын күҙәтеп барыусылар онотмағандыр әле – бер нисә көн элек балконда бик тә “ҡыҙыҡ эш” менән шөғөлләнгән ҡыҙ менән егетте кемдер видеоға яҙҙырып, виртуаль донъяға сығарғайны.

Ғөмүмән, балкон тормошо айырым планета кеүек ул. Беҙҙең халыҡ был ерҙе келәт һымаҡ итеп тә тота, берәүҙәр сәскә үҫтергән була, икенселәр бурлыҡ өсөн файҙалана. Бәғзеләргә интим урын да ул балкон. Көләмәстәрҙә һөйәрҙәр гел шунда ҡасып ҡала, йәнәһе.

Ә бына кисә төндә Өфөләге бер йорттоң балконында йәш ир туңа яҙған. Ул һөйгән ҡыҙы менән йәшәй икән. Икәүләп балконда торғандар ҙа, ҡыҙыҡай ни сәбәптәндер егетте балконға бикләп, фатирҙан сыҡҡан да киткән.

Егет яланаяҡ, йоҡа ғына кейемдә булған. Ярай әле, яланғас булмаған. Уның тегеләй-былай йөрөгәнен күреп, кешеләр ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Хатта полиция ла килгән.

Шулай ул балкон, айырым бер тормош...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға