«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Араҡыны ғорлаһынан эскән иренә бысаҡ сәнкән



27.03.2019 Араҡыны ғорлаһынан эскән иренә бысаҡ сәнкән

Туймазы районы полицияһына урындағы дауахана табиптары мөрәжәғәт иткән. Улар беҙгә бысаҡ яраһы алған ирҙе килтерҙеләр тигән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлауынса, 43 йәшлек ирҙе ҡатыны яралаған. 32 йәшлек ҡатынды полиция бүлегенә килтергәндәр. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был кис ул ире һәм уның иптәше менән табын ҡорған. Бер мәл ҡатын тәмәке тартырға тышҡа сыҡҡан. Кире инһә нимә күрә - ире шешәне күтәреп, ғорлаһынан араҡы эсеп тора. Янъял ҡупҡан, ҡатын бысаҡ алып, иренә сәнскән.

43 йәшлек ир әле ауыр хәлдә дауаханала ята. Ҡатынына, әйткәндәй, ул һауынсы булып эшләй, йәшәгән урындан ситкә сыҡмаҫҡа тигән бойороҡ бирелгән. Уға һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Ғаиләлә балиғ булмаған бала бар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға