27.03.2019 Ниңә ауыл ҡатындарына почет?
Ғүмер буйы ауыл менән ҡаланы сағыштырҙылар. Хәҙер айырма араһы ла яҡынайып килә. Хатта ҡасандыр ауылда ихатаның теге-ее осонда урынлашҡан бәҙрәфтәр ҙә өйгә инеп бөттө. Баҡһаң, кем әйтмешләй, бик уажный бер мәсьәлә бар икән.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшләүсе ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡа эш көнөн бөтөрмәксе. Әлеге мәлдә ауыл бисәләре аҙнаһына 36 сәғәт эшләй, ә хеҙмәт хаҡын тулыһынса ала. Шуға ла уны ҡаланыҡы һымаҡ итеп тигеҙләргә булғандар. 40 сәғәт тек 40 сәғәт.
Аграр сәнәғәт комплексы вәкилдәре был үҙгәреш менән килешмәй, әлбиттә. Уларҙың фекеренсә, ауыл ҡатындары йорттағы эшен дә бөтөрөп өлгөрөргә тейеш.
Өлгөрөрҙә-әәр! Беҙҙең ҡатындар, урыҫ әйтмешләй, сабып барған атты ла туҡтатыр, янған өйгә лә инер. Ә башҡорттар, янған өйгә инеп, самауыр ҡайнатырлыҡ күмер алып сығыр, тип тә өҫтәй.
Эш сәғәтен арттырыу 10 миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙға ҡағыласаҡ.