26.03.2019 Быйыл юғары уҡыу йорттарына бюджет урындар артасаҡ
Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы 2019 йылда вуздарҙа бюджет урындарын арттырырға ниәтләй.
Документта “Сәнғәт һәм мәҙәниәт”, “Гуманитар фәндәр”, “Йәмғиәт тураһындағы фән”, “Математика һәм тәбиғи фәндәр”, “Мәғариф һәм педагогик фәндәр”, “Инженер эше, технологиялар һәм технологик фәндәр”, “Ауыл хужалығы һәм ауыл хужалығы фәндәре”, “Сәләмәтлек һаҡлау һәм медицина фәндәре” өлкәләрендә белем алыусы бакалаврҙар һәм белгестәр өсөн тигән аныҡлыҡ индерелә.
“Сәнғәт һәм мәҙәниәт”, “Мәғариф һәм педагогик фәндәр”, “Ауыл хужалығы һәм ауыл хужалығы фәндәре” йүнәлештәрендә магистрҙар өсөн бюджет урындар күберәк ҡараласаҡ.