26.03.2019 Ташҡынға ҡаршы торасаҡбыҙ
Яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреүҙе ойоштороу маҡсатында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев махсус ҡарар ҡабул итте.
Ошо көндәрҙә ташҡынға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте. Муниципаль район биләмәһендә яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү тураһында саралар планы ҡабул ителде. Ҡарарға ярашлы, авария бригадалары төҙөлдө һәм яуаплы кешеләр билдәләнде.
Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, халыҡты эвакуациялауға 8 ваҡытлыса йәшәү пункты билдәләнгән. Роспотребнадзор ҡарамағындағы лаборатория һыуҙан, тупраҡтан һәм аҙыҡ-түлектән өлгө алыу өсөн кәрәкле саралар менән йыһазландырылған. Белгестәр инфекция тыуған урында эшләүгә әҙер, эҙләү-күҙәтеү төркөмө ойошторолған. Улар кәрәкле йыһаздар менән тулыландырылған.
Планға ярашлы Һаҡмар һыуһаҡлағысында ташҡынға ҡаршы комиссияның әҙерлеге тикшерелде. Шулай уҡ республика кимәлендә ойошторолған аварияға ҡаршы көрәш алып барыу күнекмәһендә райондың бер бригадаһы ҡатнашты.
Ташҡын ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү буйынса районда бөтә саралар ҙа күрелә. Йылға һәм һыуһаҡлағыстар даими күҙәтеүгә алынған. Боҙ тығылыу хәүефе янаған урындарҙа эш алып барыла.
Йылғаларҙан һыу ташыу сәбәпле, юлдарҙың ваҡытлыса (10 көнгә тиклем) ябылыу ҡурҡынысы янамай. Ишбирҙе һәм Буранбай ауылдарында һыу ныҡ күтәрелгән ваҡытта халыҡ аҫылмалы күпер аша йөрөй ала. Был ауылдарҙа аҙыҡ-түлек, дарыу һәм яғыулыҡ-майлау материалдары запасы туплана.
Район биләмәһендә 16 гидротехник ҡоролма бар. Уларҙа һыу сығарыу күләме даими күҙәтелә.