«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шүлгәнташ тураһында конкурста ҡатнашығыҙ!



26.03.2019 Шүлгәнташ тураһында конкурста ҡатнашығыҙ!

60 йыл элек Александр Рюмин Шүлгән-Таш мәмерйәһендә тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен табып Башҡортостанды бөтә донъяға билдәле иткән асыш яһаны. Ошо мөһим датаға ҡарата “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы һеҙҙе республика күләмендәге ижади конкурста ҡатнашырға саҡыра.

Ижади бәйгелә 7 йәштән алып бар республика халҡы ҡатнаша ала. Эштәр “А.В.Рюмин – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙе тәү башлап асыусы” , “Шүлгәнташ мәмерйәһенең башҡорт фольклорындағы урыны”, “Шүлгәнташ – Рәсәйҙә һәм Көнсығыш Европала иң боронғо картиналар галереяһы” темаларына ярашлы башҡарылырға тейеш.
Эштәр ике номинация буйынса: һынлы сәнғәт һәм графика, әҙәбиәт (поэзия, проза) ҡабул ителә. Баһалаған ваҡытта улар өс категория буйынса ҡараласаҡ: 7-12 йәшлектәр; 13-17 йәшлектәр, ололар.
Һүрәттәр А3 форматындағы ҡағыҙҙа, рамкаһыҙ булырға тейеш. Әҙәбиәт номинацияһына ҡараған эштәр А4 форматында 3 биттән артмаҫҡа, Times New Roman шрифтының 14-се размерында, 1,5 интервалы менән баҫылырға тейеш, башҡорт һәм рус телдәрендәге эштәр ҡабул ителә. Тапшырылған эш икәүҙән артырға тейеш түгел. Һәр эш ҡатнашыусы тураһындағы мәғлүмәт менән булырға тейеш: тулыһынса исем-шәрифегеҙ, йәшегеҙ, тулыһынса адресығыҙ, уҡыусылар өсөн тағы ла мәктәбегеҙҙе һәм уҡыған класығыҙҙы күрһәтеү мөһим. Автор тураһындағы мәғлүмәт һүрәттең үҙенә йәбештерелмәй, ә ҡағыҙҙың кире яғына беркетелеүе мотлаҡ. Бының өсөн степлер ҡулланмауығыҙ һорала.

Конкурс 15 мартта старт алып 20 апрелға тиклем бара. Еңеүселәр 30 апрелға тиклем ҡурсаулыҡтың сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә иғлан ителәсәк. Шулай уҡ, иң яҡшы эштәр “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең “С любовью, Шульган-Таш!” тип аталған рәсми төркөмөбөҙҙә һалынып барыласаҡ. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Конкурстың кураторы Ләлә Хәйбуллина – ҡурсаулыҡтың экологик ағартыу, пропаганда һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе, тел. (34755) 3-37-10; 967 740 99 30; электрон адрес – lx1985@mail.ru.

Эштәрҙе түбәндәге адрес буйынса ебәреүегеҙ һорала: 453585, Бурзянский район, д. Иргизлы, ул. Заповедная, 14.

Конкурс барышы менән “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының рәсми сайтында www.shulgan-tash.ru таныша алаһығыҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға