26.03.2019 Уртаса эш хаҡы 32 мең һумға күтәрелгән тиҙәр...
Статистиктар белдереүенсә, ғинуар айында Башҡортостан ойошма-предприятиеларында эш хаҡы 32 248 һум тәшкил иткән. Был былтырғы шул мәлгә ҡарағанда 7,3 процентҡа күберәк.
Төбәк иҡтисадына эшләүселәрҙең уртаса һаны бер аҙ артҡан - 1,090 млн-дан ашыу кеше һанала.
Иң күп эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереүселәрҙә - 68 497 һум.
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусыларҙа 57 724 һумға еткән.
Химия сәнәғәтендәгеләр 48 925 һум алып һөйөндө.
Ә бына тире эшкәртеүселәр һәм унан әйберҙәр етештереүселәр киреһенсә көйөндө - ни бары 13 500 һум алғандар. Мебелселәрҙең эш хаҡы ла шул кимәлдә килә. Кейем тегеүселәр ҙә иң әҙ эш хаҡы алып көн күрә.