«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ябығыу өсөн таблеткалар тип наркотиктар һатҡан



26.03.2019 Ябығыу өсөн таблеткалар тип наркотиктар һатҡан

Стәрлетамаҡта 24 йәшлек ҡыҙ сибутрамин препаратын һатҡан. Ул уны БАД - ябығыу өсөн биологик әүҙем өҫтәмә тип әйтһә лә, был "А" категориялы препарат тилертеүсе ҡурҡыныс матдә булып тора. Сибутрамин аппетитты баҫа, үҙенә күнектерә һәм инсульт-инфаркт ауырыуҙары тыуҙыра. Уны аптекаларҙа махсус рецепттар менән генә һаталар.

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре шартлы һатып алыусы булып ҡыҙ менән бәйләнешкә сыҡҡан. Дарыуҙы тапшырған саҡта уны ҡулға алғандар. Ҡыҙ сибутраминды ябығыу өсөн БАД тип таныштарына һатҡан, күрше райондарға ебәргән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар уның өйөндә наркотиклы һалынған бер нисә һауыт тапҡандар.

Әле ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асылған. Уға 8 йылға тиклем төрмә янай.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға