«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Сибай карьерына һыу тултырыу тамамлана



26.03.2019 Бөгөн Сибай карьерына һыу тултырыу тамамлана

Сибайҙа Рәсәй Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса совет вәкилдәре эшләй. Улар ҡалалағы экологик хәлде тикшерәсәк һәм карьерҙағы төтөн сығанаҡтарын бөтөрөү буйынса сараларға үҙ баһаһын бирәсәк.

Ҡунаҡтар кисә ҡала хакимиәтендә граждан активистары менән осрашты. Улары үҙҙәре белгәнде бәйән итте, борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт яһаны.

Оператив штаб етәксеһе Сергей Лопухов әлеге мәлдәге экологик хәл, һауалағы газдарҙы үлсәү саралары тураһында һөйләне.

"УГМК-Холдинг" директоры Григорий Рудой карьер буйынса сығыш яһаны. Унда эштәр график буйынса бара, 26 мартта билдәләнгән кимәлгә тиклем һыу менән тултырылып бөтәсәк тип белерҙе.

Ҡала башлығы Рөстәм Афзалов халыҡҡа мәғлүмәт биреү һәм кешеләрҙе сәләмәтләндереүгә тукталды. Бының өсөн ТВ, радио, интернет, тышҡы реклама ҡулланыла. 1094 кеше дауалау алған, ҡалала эшләгән республика табиптары 18776 кешене ҡабул иткән. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса эштәр дауам итәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Сибайский рабочий"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға