«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни өсөн мәкегә төкөрһәң, балыҡ шәп ҡаба?



25.03.2019 Ни өсөн мәкегә төкөрһәң, балыҡ шәп ҡаба?

Ҡышҡы миҙгелде ябайым, тип балыҡҡа барғанда, ошондай һөйләшеүҙе ишетеп, аптырап ҡалдым. Был балыҡсы халҡы нимә генә уйлап тапмай ҙа, балыҡ тотор өсөн күпме аҡса түгеп, ниндәй генә ем һатып алмай!

Ә бына Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы халҡы иһә арзанлы ысулға күскән. Улар магазиндан баранка һатып ала ла, шуны сәйнәп, мәкегә төкөрә. Бының бер нисә файҙалы яғы бар. Берҙән, балыҡсы үҙе лә туҡ, икенсенән, емгә лә аҡса әрәм итмәй. Ысынлап, күҙәтеп ултырҙым – мәкеһенә “төкөргәндәр” байтаҡ балыҡ тотто. Беҙ ҙә бирешмәнек былай, сөнки емде үҙебеҙ эшләйбеҙ. Уның рецебы ла ябай – көнбағышты нығыраҡ ҡыҙҙырып, ваҡлап (мин мясорубка аша үткәрәм), сохарый вағына ҡушып бутайбыҙ һәм мәкегә һибәбеҙ. Балыҡ бындай емде бик ярата.





Автор: Т. Аманов
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға