«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Урамдарҙа тотош административ законһыҙлыҡ”



25.03.2019 “Урамдарҙа тотош административ законһыҙлыҡ”

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ҡаралған байтаҡ мәсьәлә рәтендә, әлбиттә, был проблема ла булды. Нимә эшләргә? Нисек еңергә? Бөтөнләй өмөт юҡмы икән ни?

– Айырыуса ҡалаларҙа быға ныҡ иғтибар итергә кәрәклеген әйтәм, тип һүҙ башланы Радий Хәбиров. – Ҡар ирене, шуның менән бергә урамдарҙа абсолют административ законһыҙлыҡтың бөтә “матурлығы” күренде. Мин иң тәүҙә машиналар парковкаһын күҙ уңында тотам. Был проблеманы һеҙҙең менән йә һеҙҙән башҡа ла хәл итәсәкмен. Беҙ автомобилселәрҙе юл ҡағиҙәләрен үтәргә, йәшәү ҡағиҙәләрен тоторға, халыҡ мәнфәғәттәрен ихтирам итергә мәжбүр итәсәкбеҙ.

Ниһайәт! Был проблема ла хәл ителергә уйламймы шул?! Юҡһа, руль артына ултырҙымы бәғзеләр, нимә эшләһә лә, эшләй алам, тип уйлай шикелле. Хатта Октябрь проспектының буйынан буйына газондарҙа туҡталҡа яһаусылар күбәйҙе.

Радий Хәбиров муниципалитеттар етәкселәрен бында ике нәмәгә иғтибар итергә ҡушты. Беренсенән, административ комиссияларҙың эшен яйлау (яуаплыылыҡҡа тарттырыу өсөн), икенсенән, бағаналар, ҡоймалар ҡуйыу (исмаһам, машина үтә алмаҫ).

– Барыбер беҙ был йәһәттә тәртип урынлаштырасаҡбыҙ, – тине республика етәксеһе.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға