25.03.2019 “Йәшел Башҡортостан”ға саҡырабыҙ, тик кешене ҡыуып сығармаҫҡа!
Ағастарҙың, сәскәләрҙең күп булыуын яратаһығыҙмы? Әлбиттә, береһенең дә сүллектә йә ҡара тупраҡта ғына йөрөгөһө килмәй. Ә беҙҙең йәнтөйәктә урман мәсьәләһе нисек тора? Ҡырыла, тиер күптәр. Яттар тарафынан, тип өҫтәр бәғзеләр. Был тема “иң юғарыла” хәл итә торған мәсьәләлер. Ә беҙ, ҡулдан килгәнсә, эргә-тирәбеҙҙе йәшелләндереү менән булған булайыҡ.
Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә. Ул йорт тирәһен, дөйөм ҡулланылыштағы биналар биләмәһен, парк-фәләнде йәшелләндереү маҡсатында ойошторола. Бер аҙ булһа ла экологик хәл-торошто яҡшыртып ебәреү өсөн был акция. Иң мөһиме – был сарала кеше ҡатнашһын, йәшеллекте һаҡлауға, таҙалыҡҡа үҙ өлөшөн индерһен, тине Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә. Әгәр ҙә мәгәр ағас үҫентеһе ултыртырға ниәтләһәгеҙ йә акцияламы, өмәләме ҡушҡанды эшләһәгеҙ, бәләкәй, көсһөҙ үҫенте ултыртмағыҙ. Барыбер үҫеп китә алмаҫ, алмаштырырға тура килер. Был ваҡытты исраф итеү, артыҡ аҡса туҙҙырыу.
Әйткәндәй, “Йәшел Башҡортостан” акцияһының берҙәм көнө – 27 апрель, сәғәт 11-ҙә. Ә урманды тергеҙеү айлығы 20 – 20 майҙа була. Был арауыҡта 30 миллион үҫенте ултыртыу күҙаллана. Улар – ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә һ.б.
Ғөмүмән, халыҡ, әйҙәгеҙ, еңде һыҙғанайыҡ та, етәкселек ҡуйған маҡсаттарҙы үтәшергә ҡушылайыҡ. Беҙһеҙ еңелдән түгел. Беҙҙе эшләргә ҡыуып сығармайҙар, ә ысын күңелдән саҡыралар.