«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Башҡорт туйы" спектаклен әҙерләй.



24.03.2019 Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Башҡорт туйы" спектаклен әҙерләй.

Ул Башҡортостандың - 100, башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала. Премьера 18 һәм 19 апрелдә уҙа.

Романтик драмала Юлдыбай менән Гөлзифаның саф мөхәббәт тарихы һүрәтләнә һәм бик күп фольклор йолалар сағылыш табасаҡ, халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Юыл юҡҡа түгел: 2020 йылда беҙҙең республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтә.

Спектаклде режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштерә, рәссаме - Даян Тувалев, костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова, хореограф – Сулпан Асҡарова, композитор – Илшат Яхин.

Спектаклдә башҡорт һәм рус труппалары артистары: Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Эльмира Саматова, Гөлбинә Сафуанова, Лилиә Исҡужина, Вадим Ҡылысов, Аида Күлбаева, Алтынай Хамматова һәм башҡалар ҡатнаша.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға