«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дүрт көнлөк эш аҙнаһы: ысынмы, шаяртыумы?



22.03.2019 Дүрт көнлөк эш аҙнаһы: ысынмы, шаяртыумы?

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы: ысынмы, шаяртыумы?Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәр өсөн 4 көнлөк эш аҙнаһы булырмы?

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Республика Хөкүмәте ултырышында ошондай тәҡдим яңғыраған. Өс һәм унан да күберәк балалы әсәйҙәр ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы өсөн тулы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш. Ә буш ваҡытын балаларына бағышларға мөмкинлек тыуасаҡ.
Белеүегеҙсә, ҡайһы бер мәктәптәр 1 апрелдән 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсәсәк. Ошо бәйле, күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр өсөн дүрт көнлөк эш аҙнаһы уңайлы буласаҡ, ти чиновниктар.

Ә эш биреүселәр был закон менән ризалашырмы? Ошо сәбәп арҡаһында күп балалы хеҙмәткәрҙәрҙән баш тарта башлаһалар? Һеҙ был хаҡта ни уйлайһығыҙ?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға