«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер юлы ике пенсияға кемдәр хоҡуҡлы?



22.03.2019 Бер юлы ике пенсияға кемдәр хоҡуҡлы?

Был хаҡта РФ Пенсия фондында аңлаттылар.

Инвалидлыҡ һәм ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыусы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм блокадалағы Ленинградта йәшәүселәр ике пенсия хоҡуғына эйә.

Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы һәм тейешле йылдар хеҙмәт иткән өсөн (выслуга лет) дәүләт пенсияһын алыусылар төркөмөнә дәүләт хеҙмәткәрҙәре, космонавтар һәм осоусы - һынаусылар ҡарай.

Чернобыль эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеүсе, радиацияға дусар булыусыларҙың ғаилә ағзаларына, шулай уҡ хеҙмәт урынында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, тол ҡалған ҡатындарына (яңынан кейәүгә сыҡмаған) ла икешәр пенсия түләнергә тейеш.

Дәүләт Думаһы, 1957 йылда “Маяҡ” етештереү берләшмәһендә нурланыш алыусы, авария эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың хеҙмәткә яраҡһыҙ ғаилә ағзалары ла икешәр пенсия алырға хоҡуҡлы, тигән закон проектын тәҡдим итте.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға